text stringlengths 50 11.8k | source stringclasses 1
value | is_shuffled bool 1
class |
|---|---|---|
Был Юрмаш йылғаһы янындағы баҡсасылыҡ ширҡәттәре. Зыян күргән биләмәләр араһында Ринат Ғилметдиновтың участкаһы ла бар. Һыу ағымын ул көрәк менән йырып үткәреп ебәргән. Йорттарҙа әлегә ҡоро, әммә ихаталарҙа итекһеҙ йөрөү мөмкин түгел. Калинин районының был өлөшөндә бөтәһе 11 баҡсасылыҡ ширҡәте иҫәпләнә. Һыу уларҙың дүр... | bash_news | false |
Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам юғары кимәлдә ойошторолған. Был турала Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Өфөгә эш сәфәре барышында билдәләне. Төбәк башлығы Радий Хәбиров менән бергә ул яңы социаль объекттар эшмәкәрлеге менән т... | bash_news | false |
6 мең дана препарат бар, тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Прививка келәттә һаҡлана. Ул заявка буйынса тиҙ арала медицина учреждениеларына ебәрелә. Былтыр республикала ҡотороу сиренән 2 кеше үлгән. Уларҙың береһе 9 йәшлек бала. Республика инфекция дауаханаһы белгесе Надежда Байметова белдереүенсә, һәләк бу... | bash_news | false |
Ул Берлинда үткән фестиваль исемлегенә индерелгән, “Иң яҡшы” йыр категорияһына ҡуйылған. Йыр клиптары конкурсы 2013 йылдан башлап ойошторола. Ул төрлө илдәрҙә ижад иткән режиссер, музыкант һәм продюсерҙарҙы берләштерә. “Был конкурста ҡатнашыу беҙҙең өсөн үтә лә мөһим. “Урал батыр” эпосын һәм Башҡортостанды танытыу - тө... | bash_news | false |
Бөгөн Өфөгә ил президентының Волга буйы округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров килде. Ул һәм Республика Башлығы Радий Хәбиров Кузнецов Затонында 164-се Мәғариф үҙәгендә булды. Уҡыу йорто 2 мең 200 балаға иҫәпләнгән. Бөгөн бында 1 мең 339 уҡыусы белем ала. Радий Хәбиров һәм Игорь Комаров хәүефһеҙлек системаһына и... | bash_news | false |
Быйыл 34 кеше вирус менән зарарланған. Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығынан белдереүҙәренсә, 2024 йылда - 350, былтыр - 700 кеше сысҡан сире менән ауырыған. Ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Вирус сығанаҡтары 6 ҡалала һәм 42 районда теркәлгән. Бишбүләк, Йәрмәкәй, Бөрйән, Нуриман, Тәтешле, Миәкә ... | bash_news | false |
Бөгөн төҙөүселәр башняларҙы күтәрә. Иң бейеге 29 ҡатлы була. Уларға бөйөк ғалимдарҙың исемен биреү ҡарала. Шулай уҡ эске биҙәкләү эштәре бара. Бында 30 берәмек техника йәлеп ителгән, 800-ҙән ашыу кеше эшләй. Төҙөлөш “Йәштәр һәм балалар” милли проектының заманса кампустар селтәрен булдырыу федераль проекты буйынса алып ... | bash_news | false |
Ҡышҡы йоҡонан торған тайыштабан фототоҙаҡҡа эләккән. Фотоһүрәткә ҡарағанда, ҡырағай хайуан ныҡ ябыҡҡан. Милли парк хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, оҙайлы йоҡонан һуң айыуҙар ашарға эҙләй. Тәүге ике аҙнала улар өңдәренән алыҫ китмәй. Тайыштабындың маҡсаты – ҡояшта йылыныу, ашҡаҙанын эшләтеп ебәреү. | bash_news | false |
Башҡортостан командаһы Рәсәйҙә тәүге ун командаға инә. Былтыр студенттар 40-тан ашыу миҙал яулаған. “Был күрһәткес урта һөнәри белем биреү өлкәһендә кадрҙар әҙерләү юғары кимәлдә булыуын иҫбатлай”, - тип белдерҙе Радий Хәбиров. Республика башлығы “патриот” паркында чемпионат лидерҙары менән осрашты. “Патриот” паркында ... | bash_news | false |
Мәҙәни берҙәмлек. Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбендә Халыҡтар дуҫлығы йылына арналған күләмле фестиваль үтте. Унда күп милләтле илебеҙҙең мәҙәни байлығы күрһәтелде. Тулыраҡ беҙҙең ижади төркөм әҙерләгән яҙмала. Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбе район педагогтарын һәм остаздарын ҙур байрамға йыйҙы. Бында уҡыусылар халыҡ мәҙән... | bash_news | false |
Башлыса студенттарҙан торған ижади төркөм ҡыҫҡа метражлы фильмдар төшөрә. Ролдәрҙә театр актерҙары уйнай. Йәштәр ижадын халыҡ-ара кимәлдә күрһәтергә ынтыла. Бөтә эш өсөн сығымдарҙы үҙ кеҫәһенән тотона. | bash_news | false |
Уҙған йыл менән сағыштырғанда, быйыл ҡыр эштәренә 200 берәмеккә күберәк сәсеү һәм ер эшкәртеү агрегаттары йәлеп ителәсәк. Техника паркын яңыртыу сәсеү кампанияһын һөҙөмтәле һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үткәрергә мөмкинлек бирә. Был хаҡта Өфөлә үткән агроконференцияла вице-премьер-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һөйл... | bash_news | false |
Бөгөн республика йәмәғәтселеге башҡорт телерадиотапшырыуҙары легендаһы Лира Фәйзуллина менән хушлашты. Яңыраҡ ҡына ул 90 йәшен билдәләгәйне. Лира Фәхри ҡыҙы 1936 йылда Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуған. 20 йәшендә конкурс үтеп ул тәүге тапҡыр радиоэфирға сыға. Ул йылдарҙа радио тура эфирҙа ғына эшләй. Тыңлаусылар... | bash_news | false |
Радий Хәбиров Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы төҙөлөш майҙансығын ҡараны. Объектта бер үк ваҡытта бер нисә субподряд ойошма эшләй. Эшселәр фасад төҙөй, биҙәү эштәре һәм коммуникациялар үткәрә. Күләмле проектҡа 800-ҙән ашыу хеҙмәткәр, ете кран һәм 30-ҙан ашыу берәмек ... | bash_news | false |
Был турала вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе. Иген баҫыуҙары өсөн 1 миллион 408 мең гектар ҡаралған. Яҙғы баҫыу эштәрен апрель урталарында башлау планлаштырыла. Әле техника әҙерләү, ашлама туплау бара. | bash_news | false |
Эксперттар бындай һөҙөмтәләрҙе төбәк етәкселегенең был йүнәлештәге эҙмә -эҙлекле эше менән бәйләй. Дөйөм алғанда, һуңғы 6 йылда төбәктә инвестицияларҙың үҫеш темптары Рәсәйҙекенән юғарыраҡ булыуы күҙәтелә. Республикала бизнесҡа ярҙам хаҡында Гүзәл Борханова яҙмаһында. Рейстар тамамланғандан һуң ҡунаҡханаға йәйәүләп бар... | bash_news | false |
Балалар байрамы июнь аҙағында Өфөлә уҙғарыла. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 78 ижади коллектив һәм 8 солист килеүе көтөлә. Йәш артистар халыҡ йыры, халыҡ бейеүе, халыҡ инструменттары, традицион мәҙәниәт өлкәләрендә һәләттәрен күрһәтә. Тәүге Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы 2022 йылда Сыуаш республикаһын булды. Икенсеһе ... | bash_news | false |
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, бындай эш быйыл Өршәк, Инйәр, Әй, Йүрүҙән, Сөн йылғаларында алып барылған. Төп маҡсат - боҙ тығылыуға юл ҡуймау, ауылдарҙы һыу баҫыуҙан һаҡлау. Ҡотҡарыусылар әле тулы әҙерлектә. Мониторинг алып барыла, боҙ тығылған урындарҙа тейешле саралар күрелә. | bash_news | false |
Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы көнкүреш хеҙмәттәр күрһәтеүгә бәйле кәңәштәр бирә. - Сифатһыҙ хеҙмәт күрһәтелһә, ғәҙеллек тергеҙергә ярҙам итербеҙ, - тине ведомство етәксеһе Азат Асҡаров. 219-08-78 телефонына бөгөндән шылтыратырға мөмкин. | bash_news | false |
Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы базаһында төшөрөлгән картина Вилүрә Иҫәндәүләтованың уйын киноһындағы тәүге ижади эше. Режиссер күптәргә документалист булараҡ билдәле. Драма яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма әсәй» повесы мотивтары буйынса төшөрөлгән. Етемлек, ғаилә мөнәсәбәттәре кеүек ҡиммәт... | bash_news | false |
Лира Фәхри ҡыҙы 40 йылдан ашыу диктор булып эшләй, тиҫтәләгән рус телендәге фильмдарҙы башҡортсаға тәржемә итеүҙә ҡатнаша. Рәсимә Кәримова, Әхәт Мортазин кеүек дикторҙар менән бер рәттән, уның тауышы тиҫтәләгән йылдар дауамында Башҡортостан радиоһын танытып торған тауыш була. Лира Фәйзуллина 1936 йылда Ғафури районы Сә... | bash_news | false |
Туризм өлкәһендәге башланғыс менән казак утары йәмғиәте атаманы, махсус хәрби операция ветераны Константин Вотинцев сыҡҡан. «Рәсәйҙә эш» кадрҙар үҙәгендә алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан яугирҙың бизнес-планы ҡаралып хупланды. Проект буйынса ветерандарҙың мәшғүллеген тәьмин итеү, йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү маҡсаты ҡуйы... | bash_news | false |
Вакцина юҡ, үҙаллы һаҡланырға ғына. Йыл башынан республикала утыҙҙан ашыу кеше сысҡан биҙгәге йоҡторған. Роспотребнадзор мәғлүмәттәренә ярашлы, төбәктә сирҙе йоҡтороу хәүефе юғары булған муниципалитеттар исемлеге лә бар. Баҡса эштәре әүҙемләшеү менән ауырыуҙар һаны артыуы күҙәтелә. Геморрагик биҙгәкте иҫкәртеүсе сарала... | bash_news | false |
Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығында аттестация үткән белгестәр скульптура композицияһының һәр детален ентекле өйрәнә. Шулай уҡ республика әһәмиәтендәге эштәр милли батырыбыҙ исемен йөрөткән майҙанда ла алып барыла. Бөгөн биләмәнең геодезия торошона баһа биреү өсөн, ерҙең бер нисә ҡатламынан өлгөләр алынды. БЮТ хәбәрсеһе А... | bash_news | false |
Республика командаһы тотош илдә тәүге ун команда исемлегендә. Былтыр студенттар 42 миҙал яулаған, шул иҫәптән 9 алтын. Был иһә урта һөнәри белем биреү системаһында кадрҙар әҙерләү юғары кимәлдә булыуын иҫбатлай, тине Радий Хәбиров чемпионат лидерҙары менән осрашыуҙа. «Патриот» паркында үткән сараға һөнәри оҫталыҡ конку... | bash_news | false |
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй федераль именлек хеҙмәтенең Һарытау һәм Һамар өлкәләре буйынса сик буйы идаралығы етәксеһе Юрий Урванов менән осрашты. Яҡтар хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү өлкәһендә республика етәкселеге һәм федераль структуралар араһында үҙ-ара эш итеү мәсьәләһен тикшерҙе. Һүҙ шулай уҡ Өфө аэропор... | bash_news | false |
Иҡтисади тотороҡлоҡ, фәнни-технологик үҫеш, социаль йөкләмәләр һәм махсус хәрби операцияға ярҙам. Башҡортостан Хөкүмәте Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай алдында 2025 йылдағы эшмәкәрлеге буйынса отчет доклады менән сығыш яһаны. Ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Төп һөҙөмтәләр һәм киләсәккә пландар тураһында... | bash_news | false |
Был 2018 йылдағы менән сағыштырғанда 1,7 тапҡырға күберәк. Бөгөн парламентта Башҡортостан Хөкүмәте эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Премьер-министр Андрей Назаров депутаттар алдында сығыш яһаны. “Республикала былтыр “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы буйынса 44 белгескә дәүләт ярҙамы күрһәтелде. Музейҙар, театрҙар, сән... | bash_news | false |
“Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары уңышлы тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы 338 табип 340 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы алған. Быйыл бындай түләүҙәр 126 медицина хеҙмәткәренә ҡаралған. Был турала премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов белдереүенсә, ... | bash_news | false |
Уның әйтеүенсә, бер нисә күрһәткесте иҫәпкә алырға кәрәк. - Беренсенән, тулайым төбәк продукты үҫешә. Икенсеһе - инвестиция күрһәткестәре яҡшыра. Шулай уҡ бюджет арта. Ошо өс күрһәткес иҡтисади үҫеште билдәләй. Быйыл бурыстар шул уҡ ҡала. Улар араһында иң мөһиме махсус хәрби операцияла еңеү өсөн хеҙмәт итеү. Яугирҙарға... | bash_news | false |
Улар өсөн уҙған йылда 168 спорт объекты сафҡа индерелгән. Бөгөн Дәүләт Йыйылышы ултырышында хөкүмәт эшенә йомғаҡ яһалды. Унда республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. “Башҡортостанда адаптив спортҡа ҙур иғтибар бүленә. Унда махсус хәрби операция ветерандарын йәлеп итеү ҡарала”, - тип белдерҙе премьер-министр Андрей Н... | bash_news | false |
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам, мәктәп һәм медицина учреждениеларын яңыртыу, торлаҡ һәм юл төҙөлөшө, сәнәғәт етештереүен арттырыуға ирешеү. Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа Республика хөкүмәтенең уҙған йылдағы эшмәкәрлеге буйынса отчет тыңланды. Парламент рәйесе урынбаҫары Илшат Тажетдинов билдәләүенсә, ... | bash_news | false |
Илдең 56 төбәгенә өҫтәмә финанс бүленә. Тейешле ҡарарға Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары, ишле ғаиләләр, һаулыҡ мөмкинлеге сиклеләр һәм инвалид бала тәрбиәләүселәргә газ үткәреү өсөн сертификат бирелә. | bash_news | false |
Уҙған йылда тармаҡ үҫешенә 125 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. “Асҡын, Благовещен, Учалы һәм Яңауыл райондарында, быйыл Баҡалы һәм Әбйәлил райондарында дүрт яңы поликлиника сафҡа индерелде. Өфөлә 8 медицина объекты тәртипкә килтерелде”, - тине Премьер-министр Андрей Назаров. Ул бөгөн парламент депутаттары алдында х... | bash_news | false |
Унда башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды, киләсәккә бурыстар билдәләнде. Йәмәғәт алдынғыларын беләштергә сара хаҡында киләһе яҙмала. Баймаҡ районында эшләп килгән «Ағинәйҙәр» ойошмаларының ҡул эштәрен районда үткән һәр милли-мәҙәни сараларҙа күрергә мөмкин. Улар район мәҙәниәт йортонда үткән ҡоролтай ултырышында ла бай к... | bash_news | false |
«Рух. Дәрт.Моң» байрамы. Бишбүләк районында татар мәҙәниәте фестиваленә йомғаҡ яһалды. Быйыл өсөнсө тапҡыр уҙғарылған проектта республика һәм Рәсәй төбәктәренән өс йәҙҙән ашыу конкурсант ҡатнашты. Милли уйын ҡоралдарында уйнаусылар, бейеүселәр, фольклорсылар, халыҡ йырҙарын башҡарыусылар милли биҙәктәр һәм күңел йомарт... | bash_news | false |
Көн һайын тиҫтәләгән кеше «Черемушки» шифаханаһы базаһындағы «Защитник» үҙәгенә килә. Бында Рәсәйҙең пилотһыҙ осоу ғәскәрҙәренә хеҙмәткә ҡабул итеү ойошторола. Пилотһыҙ осоу аппараттары подразделениеһында хеҙмәт итеүҙең төп өҫтөнлөктәре: хеҙмәт дистанцион рәүештә, хәрби хәрәкәттәр һыҙығынан алыҫта башҡарыла, хәүефһеҙле... | bash_news | false |
Башҡортостандан биш проект «Хеҙмәт итеү» Бөтә Рәсәй муниципаль премияһының иң яҡшы 110 башланғысы исемлегенә инде. Улар араһында- Стәрлетамаҡта эшләгән төбәк өсөн уникаль «Хәстәрлек хеҙмәте» идара итеү үҙәге лә бар. Пациенттарға тиҙ ярҙам системаһы һәм уны ойоштороу тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева. Күп балалы... | bash_news | false |
Ике аҙна дауамында хәрбиҙәр ғаиләләре менән ял иткән, туғандары менән осрашҡан, көнкүреш мәсьәләләрен хәл итергә лә өлгөргән. Яугирҙарҙы оҙатырға яҡындары һәм дуҫтары йыйылды. Хәрби частарға улар республика етәкселеге тарафынан бүленгән уңайлы автобустарҙа барып етәсәк. Үҙҙәре менән бергә улар яуҙаш дуҫтарына күстәнәст... | bash_news | false |
Был маҡсатта 47 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Премьер-министр Андрей Назаров шулай тип белдерҙе. Ул бөгөн парламент депутаттары алдында хөкүмәт эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһаны. “Быйыл төп саралар яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә, оло йәштәге кешәләргә, күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелә, - тине... | bash_news | false |
Бишбүләк районының Набережный һәм Стәрлетамаҡтың Яңы Барятин ауылдарында гидротехник ҡоролмалар аша үтеп булмай. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан белдереүҙәренсә, йылға һәм күлдәрҙә мониторинг дауам итә. | bash_news | false |
Премьер-министр Андрей Назаров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында Хөкүмәт эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Ултырышта яугирҙар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам саралары менән таныштырҙы. Республика дауаханаларында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн 37 махсус пункт булдырылған. “Төп бу... | bash_news | false |
Тикшереү барышында 7 меңдән ашыу етешһеҙлек асыҡланған. 1 мең 347 соҡор ямалған. Был турала хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә белдерелде. - Юл соҡорҙарына зарланыусылар күп. Тиҙ арала эштәрҙе башҡарырға кәрәк, - тине Радий Хәбиров. | bash_news | false |
Сикләү 1 апрелдән ҡабул ителә. - Урманда айыуҙар уяна. Уларға ҡамасауларға ярамай, - тип хәбәр итә туристик гидтар. Экскурсиялар май айында башланасаҡ. Аҫҡын мәмерйәһе Ғафури районында урынлашҡан. Ул төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәт һәйкәле булып тора. | bash_news | false |
Йәшәүгә дәрт һәм сәм менән. Баймаҡ районы Урғаҙа ауылы мәҙәниәт йортонда бейеүсе, хореограф Нияз Байегетов исеменә бейеү буйынса асыҡ район бәйгеһе үтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала. Баймаҡ районы тағы ла таланттарҙы балҡытты. Үҙешмәкәр бейеүселәр Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нияз Байегетов исе... | bash_news | false |
Ижади коллектив йәнә инглиз драматургы Уильям Шекспирҙың әҫәренә мөрәжәғәт иткән. «Антоний һәм Клеопатра» тип исемләнгән спектакль башҡорт телендә сәхнәләштерелә. Тамаша бер донъяны емергән һөйөү тарихын бәйән итә. Рим полководецы Марк Антоний Мысыр батшабикәһе Клеопатра хаҡына властан һәм вазифаһынан баш тартыуын һүрә... | bash_news | false |
«Йырым һиңә, Сәйетбабам!» Билдәле журналист, «Ашҡаҙар» радиоһының баш режиссеры Урал Ниғмәтуллин тыуған ауылында ижад кисәһен ойошторҙо. Сәхнәләш һәм хеҙмәттәш дуҫтары ҡатнашҡан тамаша ауылдаштарына юбилей бүләге булды. Тулыраҡ киләһе яҙмала. Урал Ниғмәтуллин-радиола утыҙ йылдан ашыу эшләгән, алтын фондты, милли сәнғәт... | bash_news | false |
«Урман әкиәте» кескәй дуҫтарын ҡаршы алды. Балалар баҡсаһы Өфөнөң «Ҡарағай» микрорайонында асылды. Яңы биҫтә халҡы мәктәпкәсә учреждение асылыуын түҙемһеҙлек менән көтөп алған. Сөнки 2017 йылда башланған төҙөлөш финанс ҡатмарлыҡтар арҡаһында туҡтап торған була, эш ике йыл элек кенә тергеҙелә. Мәғариф учреждениеһы хәҙер... | bash_news | false |
Йәмғеһе, республикала ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр яҡынса 7 миллион гектарҙы биләй. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән профилле кәңәшмәлә премьер-министр Андрей Назаров хәбәр итте. Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, йыл аҙағына тиклем 29 мең гектар һөрөнтө ер ҡайтанан әйләнешкә индер... | bash_news | false |
Тәбиғәттең матур күренешен ҡарарға һәм иҫтәлеккә фотоға төшөү өсөн халыҡ яр буйына күпләп ағылды. Быйылғы яҙ иртә һәм аномаль йылы булыуға ҡарамаҫтан, йылға былтырғыға ҡарағанда һуңыраҡ асылды. Ул саҡта кешеләр боҙ ҡуҙғалыуын 20 мартта күҙәткәйне. Дөйөм алғанда, һуңғы йылдарҙа республика йылғалары күпкә алдараҡ асыла. ... | bash_news | false |
Республикала быйыл таушалған юлдарҙы ремонтлау һәм яңыларын төҙөүгә 25 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлеләсәк. Былтырғы менән сағыштырғанда, байтаҡҡа күберәк. Радий Хәбиров был эште оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа саҡырҙы. Сөнки яҙ етеү менән халыҡтың иң йыш ҡуҙғаталыған мәсьәһе тап юлдарҙың торошона бәйле. Ер йөҙө ҡарҙан әрселеү менән ... | bash_news | false |
Уртаса температура 8 градус йылынан юғары булһа тейешле ҡарар ҡабул ителеүе мөмкин. Был турала Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итәләр. Республика Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, һуңғы ҡарарҙы хакимиәттәр ҡабул итә. Төрлө төбәктәрҙә һауа торошо төрлөсә булыуы мөмкин. Уҙған йылда Өфөлә йылы биреү 21 апр... | bash_news | false |
Уның менән «Йәмәғәт киңлектәре сәғәте»ндә Башҡортостандың ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы үҫтереү институты етәксеһе Ольга Сарапулова таныштырҙы. Проект ландшафт дизайны элементтарын, күҙәтеү майҙансыҡтарын һәм ял зоналарын үҙ эсенә ала. Радий Хәбиров башланғысты тормошҡа ашырыу өсөн юл картаһын әҙерләргә һәм финанслау сығанаҡ... | bash_news | false |
11 баҡсасылыҡ ширҡәтен һыу баҫыуы мөмкин, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән. Хәл контролгә алынған. Бында махсус техника эшләй, ҡотҡарыусылар дежур итә, һыу ағыҙыу өсөн соҡорҙар йырыла. Ғәҙәттән тыш хәл булһа, 78-се мәктәптә ваҡытлыса урынлашыу пункты булдырылған. | bash_news | false |
Полиция хеҙмәткәрҙәре тикшеренеүҙәр барышында рөхсәтһеҙ миграция ойоштороуҙың 340 осрағын асыҡлаған. Рәсәйҙә рөхсәтһеҙ йәшәгән башҡа дәүләт кешеләре тураһындағы мәғлүмәт махсус реестрҙа туплана. | bash_news | false |
Төҙөлөш һәм архитектура министры Артем Ковшов ошо турала белдерҙе. Киләһе ике йылда 31 авария хәлендәге торлаҡта йәшәүселәрҙе яңы фатир менән тьәмин итеү бурысы ҡуйылды. Бының өсөн 2 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтелә. | bash_news | false |
Ул Рәсәйҙең спорт мастеры, Башҡортостандың атҡаҙанған физик тәрбиә хеҙмәткәре, милли көрәш буйынса тренер Йәлил Йосоповҡа 75 йәш тулыуға арналды. Йәлил Динмөхәмәт улының исеме республикала ғына түгел, тотош ил кимәлендә билдәле. Ул тәрбиәләгән көрәшселәр бар ҡасан да һынатмай, яңынан-яңы еңеүҙәр яулап, үҙҙәрен көслө, т... | bash_news | false |
Протезда, әммә йүгерә. Махсус хәрби операция ветераны аяғын юғалтҡандан һуң да спортты ташламай. Яугирҙың рухи ныҡлығы һәм Өфөлә етештерелгән яңы төр протездар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева. 2022 йылдың сентябрендә башҡа күп кенә ир-егеттәр һымаҡ уҡ Артур Сөләймәнов та өлөшләтә мобилизацияға эләгә. Махсус х... | bash_news | false |
«Автомобилист» менән сериялағы 4-се уйында Виктор Козлов тәрбиәләнеүселәре 5-2 иҫәбе менән еңеү яуланы. Дәғүәселәр ҡапҡаһына шайбаларҙы Шелдон Ремпал һәм икешәр тапҡыр Максим Кузнецов менән Данил Алалыкин индерҙе. Был еңеүҙән һуң юлаевсылар серияла 3-1 иҫәбе менән алда бара. Плей-оффтың сирек финалына сығыу өсөн яҡташт... | bash_news | false |
Республикала, илдең күп кенә башҡа төбәктәрендәге кеүек үк, хайуандарға традицион яҙғы вакцинация үткәрелә. Вакцинацияның себер түләмәһе, ҡотороу, бруцеллез кеүек малдарға зыян килтерә торған ауырыуҙарға ҡаршы көрәшеүҙә роле баһалап бөткөһөҙ. Бынан тыш йорт хайуандарын электрон тамғалар ярҙамында чипларға һәм страховка... | bash_news | false |
Медицина учреждениеларына талпан ҡаҙалып мөрәжәғәт итеүселәр арта. Был бөжәктәр талпан энцефалиты, боррелиоз, эрлихиоз һәм башҡа сирҙәр менән зарарлай ала. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте талпан энцефалитынан вакциналауҙы иртә яҙҙа башларға тәҡдим итә. Беренсе һәм икенсе прививка араһы 1 айҙан 7 айға тиклем бу... | bash_news | false |
Яҙғы каникул ваҡытында балаларҙың хәүефһеҙлеген нисек тәьмин итергә? Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң 119-сы мәктәбе уҡыусылары менән осрашып, инструктаж үткәрҙе. Каникул осоронда балалар менән бәхетһеҙ осраҡ теркәлмәһен өсөн янғын һүндереүселәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө. Аңлатыу эш... | bash_news | false |
Күп фатирлы йорттар торошо, ихата биләмәһен төҙөкләндереү, финанс ярҙам. Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр «Управдом» форумында көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеү һәм төҙөкләндереү программаларын тормошҡа ашырыу юлдары тураһында һөйләште. Ентекләберәк киләһе яҙмала. Иҫке Сибай ауылында 10 күп... | bash_news | false |
Әлеге ваҡытта 7 муниципаль берәмектең юл участкаларында хәрәкәтте сикләүгә бәйле 8 хәл контролдә тотола. Улар-Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Иглин, Күгәрсен, Көйөргәҙе райондары һәм Өфө. Һыу кимәленең иң юғары күтәрелеү осрағы Дәүләкән районы Ҡамсылытамаҡ ауылы эргәһендәге Өршәк һәм Иглин районының Пятилетка ауылы янындағы... | bash_news | false |
Ул немец овчаркаһы. Саладин ҡушаматлы көсөк ышаныслы һаҡсы һәм тоғро дуҫ булып үҫә. Тыныс, тыңлаусан һәм бик аҡыллы. «Ысынлап та, был минең өсөнсө этем. Шулай уҡ бесәй ҙә бар. Балалар бәхетле. Йорт хайуандарын тотоу-яуаплылыҡ, әммә ҙур бәхет» тип яҙған төбәк етәксеһе. | bash_news | false |
Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, көҙҙән сәсеп ҡалдырылған иген баҫыуҙарының 99 проценты һәйбәт баһа алған. Ужымдың майҙаны 285 мең гектар. Уның ҙур өлөшөн бойҙай алып тора. Яҙын 1 миллион 400 мең гектарҙа сәсеү ҡаралған.Бойҙай, ҡарабойҙай һәм ҡуҙаҡлы культуралар майҙаны арттырыла. | bash_news | false |
Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Шишмәлә етештерелгән 2 мең ярым тонна продукция һатылған. Май фитосанитар талаптарға тикшерелгән. Уҙған йылда республика предприятиелары сит илдәргә 300 тоннанан ашыу май продукцияһын экспортлаған. | bash_news | false |
Был осорҙа 50 йүнәлеш буйынса рейстар билдәләнгән, осоштарҙы 30 авиакомпания башҡара, чартер программаһына донъяның тиҫтәләгән иле инә. Улар иҫәбенә Төркиә, Вьетнам, Мысыр, Ҡытай, Таиланд кеүек традицион курорттар ҙа индерелгән. Мәскәү, Санкт-Петербург, Сочи, Минераль һыуҙар, Краснодар, Махачкала, Геленджик ҡалаларына ... | bash_news | false |
Ошо көндәрҙә шәхситранспорт сараларында йөрөү ҡала халҡына ғәҙәти тәртиптә мөмкин була. Баш ҡала хакимиәтенән билдәләүҙәренсә, яҙҙың тәүге айҙарында һауа торошоноң үҙгәреүе күҙәтелә. Иртәнге сәғәттәрҙә көслө яуым-төшөм йәки һыуыҡтар булғанда самокаттарҙа йөрөү тыйыла. Был сикләүҙәр хәүефһеҙлек маҡсатында индерелгән. | bash_news | false |
Ул Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. Донецк республикаһында алыштар барышында яраланған. Дауаланғандан һуң яңы һөнәр өйрәнгән. Яугир әйтеүенсә, бөгөн дрондар фронтта мөһим роль уйнай һәм хәрбиҙәр ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. | bash_news | false |
Архангел һәм Белорет райондарында Инйәр йылғаһында, Өфөлә Ағиҙел буйлап боҙ ҡуҙғала башланы. Быйыл 27 муниципаль берәмек биләмәһендә оло һыу менән бәйле хәүефле участкалар контролгә алынған. Йылғаларҙа боҙ тығыны барлыҡҡа килмәһен өсөн ташҡынға ҡаршы саралар күрелде, боҙ шартлатылды. Бынан тыш, халыҡ та яҙғы ташҡын хәү... | bash_news | false |
Экспозиция Ля Перрин музейында урынлашты. Эштәр натюрморт жанрында башҡарылған һәм көндәлек әйберҙәрҙең матурлығын аса, әммә улар йыш ҡына иғтибарһыҙ ҡала. Улар аша автор хәтер, тормош мәлдәрен һәм нескә эмоциональ тороштарҙы һүрәтләргә тырышҡан. Эльза Ҡотлобаева өсөн көндәлек тормош илһам сығанағы булып тора: интерьер... | bash_news | false |
Татыу ғаилә ҡиммәттәренә, халыҡтар дуҫлығы темаһына бағышланған сарала Өфө медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаны. Ошондай уҡ конкурс муниципалитеттарҙа ла ойошторолдо. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала. Сәхнәлә сығыш яһаусыларҙы ысын артистар тип уйларға мөмкин. Аҡ халатлы табиптар эш кейемдәрен милли костюмда... | bash_news | false |
Унынсы тапҡыр ойошторолған мәҙәни сараның быйылғы Гран-приһын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры яуланы. Ижади коллектив тамашасы һәм абруйлы баһалама ағзалары хөкөмөнә Гөлсирә Ғиззәтуллинаның «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем» спектаклен сығарҙы. Сәхнә әҫәре эксперт комиссияһы тарафынан юғары баһ... | bash_news | false |
Эшҡыуплыҡҡа йәшел ут. Бишбүләк районында 495 шәхси эшҡыуар, ә үҙмәшғүлдәр 1800 кеше. Өс хужалыҡта йорт ҡоштары бүҙәнәләр аҫрала. Витиаминдарға һәм минералдарға бай йомортҡалар һалған ғәжәйеп ҡошсоҡтарҙы үрсетеүселәр тәжрибәһе менән беҙҙең ижади төркөм ҡыҙыҡһынды.Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында... | bash_news | false |
Бөгөн республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәрендә лә коммуналь хеҙмәттәр һәм ирекмәндәр урам-ихаталарҙы таҙартырға сыҡты. Өфөнөң Октябрь районы хакимәте экологик сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Муниципаль берәмек хеҙмәткәрҙәре бөгөн дә өмәгә дәррәү сыҡҡан, ғаилләре менән килеүселәр ҙә байтаҡ. Улар көрәш һарайның эргә-тирәһ... | bash_news | false |
Мәскәүҙән алып Ханты-Мансиға тиклем. «Фармленд» дарыуханалар селтәренең Өфөләге берҙән-бер логистик комплексы илдең 11 тәбәгенә медикаменттар оҙата. Уның төҙөлөшө тураһындағы проект Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән ивестиция сәғәтендә ҡаралып, республика етәкселеге тарафынан хуплау тапҡайны. Ентекләберәк киләһе яҙмала... | bash_news | false |
Бөрө районы юлсылары тәүҙә төбәк-ара әһәмиәттәге арауыҡтарҙы тәртипкә килтерһә, бөгөн муниципаль трассаға төшкән. Ҡайнар асфальт-бетон ҡатнашмаһын түшәүгә йылы һауа торошо ла ыңғай тәьҫир итә. Көнөнә тиҫтәләп соҡор ямала. Эшсе ҡулдарға ла, сеймалға ла ҡытлыҡ күҙәтелмәй. Юл соҡорҙарын ремонтлаусы эшселәр тәүҙә соҡорҙоң ... | bash_news | false |
Бөгөн Ағиҙелдә, бер көн алда Архангел, Белорет райондарында Инйәр йылғаһында боҙ ҡуҙғалды. Быйыл 27 муниципаль берәмек биләмәһендә оло һыуға бәйле хәүефле участкалар контролдә тотола. Йылғаларҙа боҙ тығыны барлыҡҡа килмәһен өсөн төбәктәрҙә ташҡынға ҡаршы саралар үткәрелә, айырым йылғаларҙа боҙ шартлатыла. Бынан тыш, йы... | bash_news | false |
Хужа эҙләйем. Ошондай исем аҫтында бөгөн Өфөнөң Якутов паркында хәйриә акцияһы үтте, сарала приюттарҙағы эттәргә хужалар эҙләнде. Был проект республикала 2024 йылдың декабренән тормошҡа ашырыла, ошо осорҙа 271 эткә хужа табылған, 18 мең тонна аҙыҡ йыйылған, 274 йорт хайуанына вакцинация эшләнгән. Сара берәҙәк эттәр про... | bash_news | false |
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй баскетбол федерацияһы президенты, илдең атҡаҙанған спорт мастеры Андрей Кириленко менән осрашты. Яҡтар төбәктә баскетболды үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Радий Хәбиров спортҡа булышлыҡ итеү дәүләт сәйәсәтенең мөһим өлөшө булыуын билдәләне. Төп бурыс-йәштәрҙе кире факторҙарҙан һа... | bash_news | false |
Был турала Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығынан хәбәр итәләр. - 2020 йылдан алып республикала 50-нән ашыу ҙур социаль объект төҙөлгән. Уҙған йылда 35 мәктәп, 2 балалар баҡсаһы һәм 2 колледж капиталь ремонтланған. Шулай уҡ 6 яңы поликлиника, 134 фельдшер-акушер пукнты асылған. Башҡортостан төрлө йәштәгеләр ө... | bash_news | false |
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, янғындарҙың күбеһе төҙөк булмаған электр приборҙарынан сыға. Халыҡҡа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә, иғтибарлы булырға кәңәш ителә. 13 марттан башлап республикала 176 янғын булған. | bash_news | false |
Был турала Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы докладында яҙылған. Рәсәй Геройы Дмитрий Чернавин белдереүенсә, оборона ҡеүәтен нығытыуға йүнәлтелгән эштең алдағы йылдарҙа иҡтисади һөҙөмтәһе лә булырға тейеш. -Фронт өсөн сығарылған дрондар тыныс тормошта ҡулланыласаҡ. Пилотһыҙ осҡос операторҙары кәрәкле кадрҙа... | bash_news | false |
Проект былтыр көҙ старт алды. Башҡортостан этабында еңеүселәр округ кимәлендә сығыш яһаны. Республика халыҡ ижады үҙәге етәксеһе урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева. Йәштәр категорияһында «Эшелон» спектакле менән Өфөнөң «Лики» халыҡ театры лауреат булды. Балалар араһында Стәрлетамаҡтан «Этюд» вокаль-театр оҫтаханаһы еңеү яулан... | bash_news | false |
Волга буйы федераль округында етенсе тапҡыр «Волга буйы театрҙары» балалар һәм йәштәр театр коллективтары фестивале үтте. Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров башланғысы менән ойошторолған форум округтың бөтә төбәктәренең театр берләшмәләрен тупланы. Проект былтыр сентябрҙә төбәк этабынан старт ала. Бы... | bash_news | false |
Оҫталар һәм һәләтлеләр. Баймаҡ районының йәш техниктары үҙҙәре уйлап сығарған әйберҙәрен яҡланы. Йыл һайын ойошторолған конкурс 7 йәштән 17 йәшкә тиклемге техник-уйлап сығарыусыларҙы йыйҙы. Конкурс техник моделләү, робототехника, компьютер графикаһы һәм биҙәү-ҡулланма ижады йүнәлештәрен үҙ эсенә алды. Һәр ҡатнашыусы үҙ... | bash_news | false |
Өфөнөң Орджоникидзе районында 55 йәштән өлкәнерәк граждандар өсөн ял үҙәге ойошторолоуға-8 йыл. Ошо ваҡыт эсендә түңәрәктәр һаны өс тапҡырға артып, ярты меңдән ашыу пенсионерҙы берләштергән. Өлкән йәштәгеләр төрлө ижади проекттарҙа, спорт ярыштарында ҡатнашып уңыштырға ирешкән. Хаҡлы ялда ла әүҙем тормош алып барған за... | bash_news | false |
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттән тыш хәл уҙған тәүлектә төбәктең Иҫке Бурны ауылында теркәлә. Убылған ер аҫтына киткән автомобиль эвакуатор ярҙамында тартып сығарылған. Бәхеткә, водитель зыян күрмәгән. Карст соҡороноң диаметры яҡынса 20 метр булһа, тәрәнлеге-өс метр. Юл ремонт-төҙөлөш идаралығы тарафынан дүрт берәмек те... | bash_news | false |
Башҡортостанда һуңғы биш йылда 500-гә яҡын модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған, 19 мең берәмек медицина ҡоролмаһы һәм 657 автомобиль транспорты алынған. Был турала бөгөн Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй конгресында илдең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко белдерҙе. Сарала һүҙ беренсел медицина-санитар ярҙамы күрһәтеү, э... | bash_news | false |
Сәскә гөлләмәләре һалыу, парад, хәрби ретротехника. Башҡортостанда 9 майҙа үтәсәк саралар планы раҫланды. Хөкүмәттә Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығына әҙерлек буйынса ойоштороу комитетының беренсе ултырышы үтте. Тантаналы саралар ваҡытында комплекслы хәүефһеҙлек һәм хоҡуҡ тәртибенә айырым иғтибар биреләсәк. Хакимиәт башлыҡтары... | bash_news | false |
Төбәк сәйәсәтен үҫтереү үҙәге эксперттары шундай һығымтаға килгән. Улар Росстат, АСИ һәм Expert рейтингтары мәғлүмәттәренә нигеҙләнеп «Рәсәй төбәктәренең инвестиция сәйәсәте: төп тенденциялар һәм күҙаллауҙар» докладын тәҡдим итте. Тикшеренеү йомғаҡтары буйынса, республика рейтингта 4-се баҫҡыста урынлашып, Рәсәйҙең иң ... | bash_news | false |
Рәсәйҙә Милли гвардия ғәскәрҙәренең махсус тәғәйенләнештәге отряды ойошторолуға 10 йыл тулды. Башҡортостан буйынса идаралыҡ хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән төбәк башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Милли ғәскәрҙәр хоҡуҡ һаҡлау йүнәлешендә эшләй, террор, экстремизм һәм ойошторолған енәйәтселеккә ҡаршы көрәш алып ба... | bash_news | false |
Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әлегә әҙерлек 95 процентҡа баһалана. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, 200-гә күберәк техника йәлеп ителә. Баҫыу эштәрендә ҡатнашҡан барлыҡ тракторҙар 15 апрелгә тиклем әҙерлек һыҙығына ҡуйылырға тейеш. Стәрлетамаҡ районының “Калинин” исемендәге предприятиеһы сәсеү миҙгеленә... | bash_news | false |
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Кирилл Первов белдереүенсә, 6 районда хәүефле урындарҙа боҙ шартлатылған. Республикала яҙғы ташҡын башлана, һыу баҫыу эҙемтәләрен кәметеү өсөн алдан саралар күрелә, - тине ул. | bash_news | false |
Рәсәй дәүләт учреждениелары һәм йәмәғәт хеҙмәтләндереүе хеҙмәткәрҙәренең дөйөм Рәсәй профессиональ союзының Башҡортостан төбәк ойошмаһы комитеты ултырышы үткәрҙе. Йыйылышта былтырғы эш һөҙөмтәләре барланды. Ойошманың төп ҡаҙаныштарының береһе булып хоҡуҡ һаҡлау эшенең иҡтисади һөҙөмтәлелеге тора, ул 19,2 миллион һум тә... | bash_news | false |
БСТ каналындағы брифинг ваҡытында баш дәүләт санитар табибының республика буйынса урынбаҫары Галина Пермина ошо хаҡта иҫкәртте. Халыҡҡа ҡоҙоҡтан ҡайнатылмаған һыу ҡулланыу тыйыла. Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә һыуҙың сифатын тикшерергә мөмкин. | bash_news | false |
Грек-рим көрәшселәре араһында ил беренселеге 29 мартта башлана. Турнир Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә үтә. Ярыштарҙа йәш спортсылар сығыш яһай. Еңеүселәр 15 ауырлыҡ үлсәмендә билдәләнә. | bash_news | false |
Артистар драма, пьеса-әкиәт, трагедия, моно-спектакль, хәрби проза һәм башҡа жанрҙағы әҫәрҙәр тәҡдим иткән. Конкурста ҡатнашыусыларҙы Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Машковцев сәләмләне. Фестиваль округтағы йәмәғәт проекттарының береһе. Конкурста йәштәр һәм балала... | bash_news | false |
Приздар БСТ телеканалында тура эфирҙа уйнатылды. Башҡортостан республикаһы нәшриәт йорто медиа-директоры Марсель Байдәүләтов һөйләй. | bash_news | false |
Subsets and Splits
No community queries yet
The top public SQL queries from the community will appear here once available.